+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабря 2022, 10:20

Булат Рафиҡов исемендәге премияға лайыҡ булдылар

  Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия әҙиптең талантлы яҡташтарына ике йылға бер тапҡыр бирелә. Быйыл уға Мәләүез районынан ике һәләтле ижадсы лайыҡ булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Булат Рафиҡов исемендәге премияға лайыҡ булдыларБулат Рафиҡов исемендәге премияға лайыҡ булдылар
Булат Рафиҡов исемендәге премияға лайыҡ булдылар

Быйыл ул премия “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзалары Рәсимә Дәүләтбаева-Ғайсина менән Хәлиҙә Шәйәхмәтоваға тапшырылды. Лауреаттар тыуған яҡ, рух ҡөҙрәте, туған телгә, тәбиғәткә, тормошҡа һөйөү, саф хистәр менән һуғарылған шиғырҙары менән рухыбыҙҙы, әҙәби мираҫыбыҙҙы байытты, ти мәләүездәр. Рәсимә Шәһиҙулла ҡыҙының ижады кеше яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙар, тәрән тормош фәлсәфәһе менән һоҡландырһа, Хәлиҙә Шәңгәрәй ҡыҙының яҙмалары нескә юмористикаға ҡоролған. Лауреаттарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы ижады бейеклектәр теләйбеҙ! 

Фото: "Көнгәк" гәзитенән.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас