+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2022, 02:55

Йыл студенттары

12-17 декабрҙә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты майҙансығында «Йыл студенты» милли премияһы дәғүәселәре сығыш яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йыл студенттарыЙыл студенттары
Йыл студенттары

12-17 декабрҙә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты майҙансығында «Йыл студенты» милли премияһы дәғүәселәре сығыш яһаны.

Унда илебеҙҙең 70 төбәгенән 1000 студент көс һынашты.

Рәсәйҙең «Йыл студенты» милли премияһы – юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған, уҡыу, ғилми эш, спорт, ижад йүнәлештәрендә һәм йәмәғәт тормошонда айырым ҡаҙаныштарға эйә булған студенттар өсөн үҙенсәлекле конкурс. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) һәм “Фән” (национальный проект “Наука”) милли проекттары ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Башҡортостандан сарала 26 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Улар лайыҡлы сығыш яһаны.

«Йыл йәмәғәтсеһе» номинацияһында Ишембай нефть колледжы студенты Данил Дудко еңеү яуланы.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының «Кайман» киберспорт клубы «Йыл киберспорт клубы» номинацияһында лауреат булды.

«Өҫтәмә белем биреү педагогы» номинацияһында Салауат индустриаль колледжы уҡытыусыһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы филиалының педагогика һәм психология факультеты магистратураһының 2-се курс студенты Александра Чухнина еңеү яуланы.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Гөлгөнә Баһауетдинова «Ижади шәхес» номинацияһында лауреат булды.

Өфө юридик университетының Хоҡуҡ институты юридик клиникаһы “Йылдың юридик берләшмәһе” номинацияһында лауреат тип танылды.

Автор:
Читайте нас