+1 °С
Ясно


Премьераның нәҡ Бишбүләктә ҡуйылыуы юҡҡа түгел, сөнки Кәрим Хәкимов ошо төбәктә тыуып үҫкән. Спектакль көндөҙ - мәктәп уҡыусылары, ә кисен- оло тамашасылар өсөн күрһәтелгән. Театр коллективы Дүсән ауылына Кәрим Хәкимовтың музейына ла барған.
Спектаклдең режиссёры – Айрат Абушахманов, рәссамы - Альберт Нестеров.
Инсценировка авторҙары - Айрат Абушахманов һәм Динара Ҡәйүмова.
Өфөлә премьера февраль айында күрһәтеләсәк.