

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының 19 декабрҙәге мәғлүмәттәре буйынса, мобилизацияланғандарҙың 6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды.
Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум түләү тураһында ҡарарҙы Радий Хәбиров ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 105,8 миллион һум аҡса бүленгән. Аҡса хәрбиҙәрҙең ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә колледжда йәки вузда уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына тейеш.
Сығанаҡ: “Башинформ”.