

Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителгән. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.
Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә сусҡа киҙеүе (H1N1) тарала. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана, сөнки 2009-2010 йылдарҙа ла республикала ошо сир теркәлгәйне. Ләкин дауаланмаған осраҡта ул пневмония, менингит, энцефалит барлыҡҡа килеүенә һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерҙеләр ведомствола.
Сығанаҡ: “Башинформ”.