+10 °С
Ясно


Йөк машиналарына Өфөгә инеү ваҡытлыса сикләнде, тип хәбәр иттеләр мэриянан.
«Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле, 19 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем Өфө – Аэропорт, Өфө – Шакша – КПМ, Бөрө тракты, Өфө – Жилин һәм Өфө – Затон – КПМ йүнәлештәре буйынса дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында йөк транспортына баш ҡалаға инеү ваҡытлыса сикләнде», – тип белдерәләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә һәм хәрәкәтте сикләү сараларын аңлап ҡабул итеүҙе һорайҙар.
Сығанаҡ: “Башинформ”.