-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Декабря 2022, 05:36

Ашығыс медицина ярҙамы станцияларына – яңы машиналар

Республиканың бер нисә ҡала һәм районына 18 яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатылды. Улар Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашығыс медицина ярҙамы станцияларына – яңы машиналарАшығыс медицина ярҙамы станцияларына – яңы машиналар
Ашығыс медицина ярҙамы станцияларына – яңы машиналар

Республиканың бер нисә ҡала һәм районына 18 яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатылды. Улар Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған.

Автомобилдәр медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирлеләрҙе транспортировкалау өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр машинала дефибриллятор, электрокардиограф, портатив пульсоксиметр, үпкәне яһалма елләтеү өсөн аппарат, ҡанда глюкоза концентратын экспресс-үлсәгестәр бар.

Яңы ГАЗ һәм УАЗ машиналары Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалаларындағы, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарындағы станцияларға тапшырылды. 

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас