-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2022, 07:30

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Уны алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килемдәре төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия һәм социаль страховкалау фонды берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас