-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабря 2022, 05:49

Яҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡ

Бөтә Рәсәй Илһөйәрлек форумы сиктәрендә “Патриот-2022” Милли премияһын тапшырыу булып үтте. Башҡортостандан Х.А. Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Бирюзов 13 номинацияның береһендә – “Остаз” тигәнендә еңеүсе булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡЯҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡ
Яҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡ

Бөтә Рәсәй Илһөйәрлек форумы сиктәрендә “Патриот-2022” Милли премияһын тапшырыу булып үтте. Башҡортостандан Х.А. Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Бирюзов 13 номинацияның береһендә – “Остаз” тигәнендә еңеүсе булды.

26 Хәтер вахтаһында ҡатнашҡан Юрий Бирюзов 2007 йылдан башлап Туймазы районында эҙәрмәндәр хәрәкәтен етәкләй. Уның етәкселегендә эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 700-ҙән ашыу һалдаттың һәм командирҙың кәүҙә һөлдәһен тапҡан.

– “Остаз” – күп яҡлы проект. Ул һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү, шулай уҡ балалар мәктәп археологияһы, унда йәштәрҙе, ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү кеүек төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ уға Рәсәй “Йәш Армия” балалар-үҫмерҙәр хәрәкәте менән эшләү ҙә инә. Башҡортостан етәкселеге ярҙамынан тыш, “Остаз” проектын тормошҡа ашыра алмаҫ инек, – ти Юрий Бирюзов.

Юрий Бирюзов “Патриот-2022” милли премияһында еңеү республикабыҙҙың бөтә эҙәрмәндәренең – илебеҙҙең ысын патриоттарының ҡаҙанышы булыуын билдәләп үтте.

Быйыл премияны тапшырыу тантанаһы тәү тапҡыр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үткәрелде – ике ҡаланы телекүпер тоташтырҙы. Баш ҡалала – һигеҙ номинацияла 15 лауреатты, Санкт-Петербургта биш номинацияла 10 лауреатты тәбрикләнеләр. 2022 йылда премияға бөтәһе 1200 ғариза бирелгән.

Фото: Юрий Бирюзов.

Яҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡ
Яҡташыбыҙ “Патриот-2022” милли премияһына лайыҡ
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас