

Өфөлә спорт обьектына нигеҙ һалыу тантанаһы үтте. Спорт бинаһына нигеҙ һалыуға бағышланған сарала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙәк 2024 йылда сафҡа индерелергә тейеш. Фехтование үҙәгендә күнекмәләрҙән тыш, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыласаҡ. Бер юлы 400-450 кешене хеҙмәтләндереүгә, шул иҫәптән 350 тамашасыға иҫәпләнгән ул. Проектҡа ярашлы, объектта ике универсаль һәм ике махсуслаштырылған зал, сисенеү бүлмәләре, тергеҙеү үҙәге буласаҡ. Бында заманса хәүефһеҙлек системалары ҡаралған. Янындағы биләмәлә күп функциялы спорт ҡабы ҡуйыласаҡ, йүгереү юлдары ҡаралған.
Әлеге көндә республикала 1 мең 400 кеше фехтование менән шөғөлләнә. Башҡортостандың фехтование федерацияһы үҙ эше осоронда Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм халыҡ-ара кимәлендә танылыу яулаған спорт мастерҙарын үҫтергән.
Шулай уҡ Башҡортостанда фехтование үҫеше тарихына арналған музей асыу планлаштырыла. Республикала 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт инфраструктураһын капиталь ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. Тармаҡты яңыртыуға йыл һайын 100 миллион һум күләмендә ярҙам бүленә.
Мәғлүм булыуынса, Фехтование үҙәген төҙөү ҡарарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Токиолағы йәйге олимпия уйындарында еңгәндәр һәм призерҙар, рапирасылар Аделина Зәһиҙулина һәм Тимур Сафин менән осрашҡанда ҡабул иткәйне.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Фехтование үҙәге республика һәм баш ҡала халҡына һәм спортсыларға Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына мәртәбәле бүләк буласаҡ.
Фото: Республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.