+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабря 2022, 11:18

Рима Баталова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталоваға награданы Кремлдә ил президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рима Баталова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләндеРима Баталова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде
Рима Баталова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталоваға награданы Кремлдә ил президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Рима Баталова — 100- 5000 метр арауыҡҡа йүгереү буйынса 13 тапҡыр паралимпия уйындары еңеүсеһе, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рима Аҡбирҙе ҡыҙы 1992 йылда Мадридта Рәсәй йыйылма командаһы составында паралимпия уйындарында «алтын» яулаған беренсе спортсы булды.

Республика спорт әҙерлеге үҙәге Рима Баталованың исемен йөрөтә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-13/deputat-gosdumy-rima-batalova-nagrazhdena-ordenom-za-zaslugi-pered-otechestvom-ii-stepeni-3069763

Автор:
Читайте нас