+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабря 2022, 10:07

Бейеүҙең сихри көсө...

Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында күренекле бейеүсе, халҡыбыҙҙың аҫыл улы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитовтың 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейеүҙең сихри көсө...Бейеүҙең сихри көсө...
Бейеүҙең сихри көсө...

Байрам сараһына  Риф Фәтих улының  яҡташтары, туғандары, дуҫтары, һабаҡташтары, хеҙмәттәштәре  һәм уның ижадын яратыусылар йыйылды. Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов юбилярға республика Башлығының ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.  БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Борис Толкачевтың, Өфө ҡалаһының хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының һәм Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның да ҡотлау сәләмдәре тапшырылды.  Ҡотлауҙарға шулай уҡ сит өлкәләрҙән Риф Ғәбитовтың коллегалары: Ҡалмыҡ республикаһының “Тюлпан” дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе Валерий Эрдниев һәм педагог, хореограф, Рәсәйҙең, Чечняның, Башҡортостандың халыҡ артисы Дикалу Музакаев та ҡушылды.

 Концертта Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеҙәре ансамбле коллективы, “Мираҫ” бейеү һәм йыр фольклор ансамбле, Стәрлетамаҡ театр-концерт ойошмаһының бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһының “Түңгәүер”, Өфө фән һәм технологиялар университетының “Ирәндек”, Яңауыл ҡалаһының “Ялҡын” халыҡ ансамблдәре сығыш яһаны. Тамашасылар данлыҡлы хореографтың  халыҡ һөйөүен яулаған “Еҙ үксә”, “Бөркөтостан”, “Тархандар”, “Ҡоралай” бейеүҙәрен көслө алҡыштарға күмде.

Юбилей кисәһе, егерме йылдан һуң сәхнәгә ҡайтанан сығарылған,  Риф Ғәбитовтың киң билдәле “Саптар” композицияһы менән тамамланды.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас