

Башҡорт теле көнө 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, ә 2019 йылдан ул рәсмиләштерелә.
Мөһим был дата күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә бәйле үткәрелә.
14 декабрҙә йыл һайын Башҡортостанда һәм ситтә төрлө саралар: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға гранттар иғлан ителә. Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәгендә, Миәкә районы Туҡһанбайҙа, мәҫәлән, бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск асыу, Аҡмулла исемендәге музейҙа булыу, сәсәндең исемен йөрөткән шишмәне күреү һәм башҡа фәһемле осрашыуҙар көтөлә. Ә инде уларҙың барыһын да район үҙәгендә үткәреләсәк тантаналы саралар, Аҡмулла премияһын тапшырыу йомғаҡлай.