+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Декабря 2022, 04:16

Яңы йыл төнөндә Өфөлә салют булмай

Өфөлә Яңы йыл төнөндә байрам фейерверкы булмай, тип хәбәр итә баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл төнөндә Өфөлә салют булмайЯңы йыл төнөндә Өфөлә салют булмай
Яңы йыл төнөндә Өфөлә салют булмай

«Һуңғы ваҡиғаларҙы — махсус хәрби операцияны иҫәпкә алып, быйыл яңы йыл байрам саралары планына төҙәтмәләр индерелде. Салют булмай. Ғаилә ҡиммәттәренә баҫым яһала», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә. 

Яңы йыл алды төнөндә, 31 декабрҙә, Рус драма театры алдында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн концерт программаһы ойошторола. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана һәм төнгө 2-гә тиклем дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йылды ҡаршылау өсөн Өфөлә Ленин исемендәге һәм «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙансыҡтарҙы әҙерләйҙәр. Шулай уҡ ҡалала 16 район шыршыһы, шул иҫәптән 8 үҙәк, сауҙа үҙәктәре һәм предприятиелар биләмәләрендә 90 Яңы йыл шыршыһы ҡуйыла, шулай уҡ йорт яны биләмәләрендәге 123 майҙансыҡты биҙәйҙәр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/salyuta-ne-bud

Автор:
Читайте нас