-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабря 2022, 06:28

Яман шеште иртә асыҡлаған өсөн

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин төбәктәргә медицина хеҙмәткәрҙәренә түләү өсөн аҡса бүлеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ул аҡсаларҙы табиптар яман шеш сирҙәрен иртә асыҡлаған өсөн аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яман шеште иртә асыҡлаған өсөнЯман шеште иртә асыҡлаған өсөн
Яман шеште иртә асыҡлаған өсөн

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин төбәктәргә медицина хеҙмәткәрҙәренә түләү өсөн аҡса бүлеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ул аҡсаларҙы табиптар яман шеш сирҙәрен иртә асыҡлаған өсөн аласаҡ.

 Төбәктәргә өҫтәмә рәүештә йәмғеһе 53 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Шуның 835 мең һумы Башҡортостанға бүленә. Был түләүҙәр диспансеризация йәки профилактик тикшереү ваҡытында ауырыуҙарҙа онкология сирҙәрен асыҡлаған белгестәргә биреләсәк.

Ошондай түләүҙәрҙе сирҙе иртә асыҡларға булышлыҡ иткән табиптар һәм урта медицина персоналы 2020 йылдан башлап ала. Яман шеш иртә асыҡланған осраҡта, унан уңышлы дауаланыу мөмкинлеге юғары.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас