

Башҡортостан "Рәсәйҙең музей маршруттары" федераль проектында лайыҡлы урын биләй.
Республикала меңдән ашыу музей бар. Йыл һайын яңылары асыла: 2021 йылда В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы, быйыл "Шүлгәнташ" комплексы булдырылды, тиҙҙән Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы һ.б. барлыҡҡа киләсәк. 2024 йылда Федор Шаляпин музейын һәм исемдәре тергеҙелгән шәхестәр музейын ойоштороу күҙаллана.
Беҙҙә айырым тематик музей маршруттары булдырылған. Әйтәйек, хәрби-патриотик маршрутына Республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы филиалы – музейы, шулай уҡ Геройҙың тыуған төйәгендә - Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залы инә.
Башҡортостанда шулай уҡ әҙәби музейҙар буйынса маршруттар бар. Улар – Милли әҙәби музей һәм уның Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормошона, эшмәкәрлегенә арналған филиалдары.
Йыл һайын сентябрь аҙағында - октябрь башында, Аксаков көндәре осоронда, Башҡортостанда билдәле рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың исеме менән бәйле урындар буйлап популяр маршрут эшләй. Ул Өфөләге Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейын, Бәләбәй районындағы Аксаковтар ғаиләһе музейын, Сергей Аксаковтың бала сағы үткән Иҫке Ҡыйышҡы ауылын һәм Өфө районының Зубов ауылын үҙ эсенә ала.