+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабря 2022, 07:46

Өфө мәктәптәренә магнитлы асҡыс менән генә индерәләр

Баш ҡала мәктәптәрен магнитлы асҡыстар менән бикләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө мәктәптәренә магнитлы асҡыс менән генә индерәләрӨфө мәктәптәренә магнитлы асҡыс менән генә индерәләр
Өфө мәктәптәренә магнитлы асҡыс менән генә индерәләр

2023 йылдың аҙағынаса Өфө мәктәптәренә магнитлы асҡыстар менән генә индерәләр. Был хаҡта баш ҡала мэрияһының мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында белдерҙе.

«Өфө мәктәптәре ҡапҡаларын магнитлы асҡыс менән бикләйҙәр. Белем биреү учреждениеларына мәктәп туҡланыуын хеҙмәтләндереү картаһына беркетелгән махсус идентификатор ярҙамында инергә мөмкин. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр уның менән турникет аша ла үтә ала»,  — тип билдәләне Азат Батыршин.

Был сара өҫтәмә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн индерелгән. Бындай карталар бушлай бирелә, тип өҫтәне эфир ҡунағы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/shkoly-ufy-zakroyut-na-magnitnye-klyuchi-3067363

Автор:
Читайте нас