+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабря 2022, 04:58

«Башҡорт йыры»нда быйыл кемдәр еңгән?

«Башҡорт йыры»нда яуҙағы батырҙарыбыҙ ебәргән йырлы сәләмде тамашасы баҫып алҡышланы.    

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡорт йыры»нда быйыл кемдәр еңгән?«Башҡорт йыры»нда быйыл кемдәр еңгән?
«Башҡорт йыры»нда быйыл кемдәр еңгән?

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында  шаулап-гөрләп «Башҡорт йыры» фестиваль-бәйгеһе уҙҙы.

 Быйылғы еңеүселәр – йәш йондоҙҙарҙың сығышы халыҡ күңеленә айырыуса хуш килде.  Күркәм сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре, яҡындары саҡырылды. Яуҙағы батырҙарыбыҙ ебәргән йырлы сәләмде тамашасы баҫып алҡышланы. Байрамдың икенсе көнөндә танылған сәхнә йондоҙҙары менән йәш һәләттәрҙең ҡатнашыуы күңелдәргә дәрт, рух ныҡлығы өҫтәне. Халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән  «Башҡорт йыры» тиҫтәләгән таланттарҙың исемен асҡан оло проект быйыл да үҙенең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген раҫланы. Гран-приға Краснокама районынан Ринат Сәлихйәнов лайыҡ булды. Яңы йыл кисендә зәңгәр экрандар аша «Башҡорт йыры» конкурсының йомғаҡлау тантанаһында башҡа еңеүселәрҙең дә сығышын күрербеҙ. 

Фото: "Башҡорт йыры" сәхифәһенән.

 

 

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас