+9 °С
Облачно


Сибай музыка мәктәбенең “Аллегро” өлгөлө хореография ансамбле Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара хореография сәнғәте “Гранд фестиваль” конкурсында ҡатнашты, тип яҙа "Атайсал" гәзите үҙенең сайтында.
Шуныһы ҡыуаныслы: "Аллегро" ансамбле башҡарған “Талир тәңкә” стилләштерелгән халыҡ бейеүе - беренсе дәрәжәле, талғын классик бейеү “Вальс” өсөнсө дәрәжәле лауреат исемен яулаған. “Талир тәңкә” бейеүе шулай уҡ “Халыҡ традицияларын һаҡлау һәм арттырыу” номинацияһында ла махсус призға лайыҡ булған.