+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Декабря 2022, 12:12

Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантиндаРеспубликала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда
Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәрҙең санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20 проценты һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.

«Закон буйынса мәктәптәр уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә тейеш. Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итә. Белем биреү ойошмаларына барлыҡ методик тәҡдимдәр еткерелгән», – тип хәбәр итте Айбулат Хажин.

Сығанаҡ: “Башинформ".

Автор:
Читайте нас