

Быйыл Рәсәйгә гриптың һаулыҡҡа етди зыян килтереүсе төрө килгән. Был хаҡта «Рәсәй 1» телеканалы эфирында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, тиҙ таралыусы А (H1N1) вирусы 2009 йылда пандемия башланыуына сәбәпсе була. Сусҡа киҙеүе өҙлөгөүгә килтереүе менән хәүефле, һаулығы ҡаҡшаған кешеләр өсөн ул бигерәк тә ҡурҡыныс.
Роспотребнадзор грипҡа ҡаршы тейешле саралар күрә, мәҫәлән, мәктәптәргә яңы методик хат әҙерләнгән.
«Әгәр уҡыусыларҙың 20 проценттан ашыуы дәрескә килмәһә, был класты (мәктәпте) дистанцион уҡыуға ебәрергә кәрәк. Балалар сирҙе бер-береһенә йоҡтормаһын өсөн, уларҙы айырыу зарур», — тине Анна Попова.
Сирҙең тәүге билдәләре: хәлһеҙлек, тән температураһы күтәрелә, тамаҡ ауыртып тора. Инкубация осоро кәм тигәндә – бер нисә сәғәт, күп тигәндә ете көн тәшкил итеүе мөмкин. Анна Попова бының грипмы йәки ковидмы икәнен асыҡлау өсөн шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Сығанаҡ: «Башинформ».