+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабря 2022, 18:05

Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең V съезы үтте. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан барлығы 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙыМилләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең V съезы үтте. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан барлығы 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Сара онлайн һәм офлайн форматта уҙҙы.

Съезда йәмғиәттең биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә отчёт яһалды. Ойошманың район бүлексәләре етәкселәре – Сибай, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сарала ҡатнашыусылар республикабыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең иң өлкән ағинәйҙәрен – 90 йәшлек Ләлә Биишеваны һәм Азия Кусимованы тәбрикләп, оло ихтирамын белдерҙе. Ойошманың иң әүҙем ағзаларына Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 Йәмғиәттең республикабыҙҙа алып барған матур эштәре һанап бөткөһөҙ һәм улар ҙур баһаға лайыҡ.

 – Борон-борондан халҡыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙға ҡарата тәрән  ихтирам йәшәй: милләт әсәләренең аҡыллы  кәңәше һәр ваҡыт таяныс булып тора, ирҙәр ил сиген һаҡлаған саҡта бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған гүзәл заттарҙың  һынмаҫ рухы һоҡланыу уята, – тине ойошма етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөн дә ил хәстәрлеге менән йәшәүе тураһында һөйләне.

Съезд йомғаҡтары буйынса 65 кеше йәмғиәт советының яңы составына инде. Сара аҙағында алдағы йылдарға төп маҡсаттар һәм бурыстар билдәләнгән резолюция ҡабул ителде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең рәйесе итеп бер тауыштан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы, йәмғиәттең әүҙем етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һайланды. Ул ойошманы 2017 йылдан бирле етәкләй.

Юлай Кәримов фотолары.

 

 

 

Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Милләт әсәләре йыйыны уҙҙы
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас