

14-17 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында XV “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы үтә.
Сараға әҙерлек барышында кисә Мәскәүҙә фекер алышыу ойошторолдо. “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығының халыҡ-ара мультимедиа майҙансығында үткән был сарала төбәк һәм федераль кимәлдәге спикерҙар, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡортостан етәкселегенең әүҙем эшмәкәрлеге төбәкте асыҡ мөмкинлектәр республикаһы итеп танытып өлгөрҙө, шуға ла форумдың нәҡ Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙе Рәсәйҙең Финанс министрлығы Ғилми-тикшеренеү финанс институтының тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова.
“Өфө 15-се тапҡыр иҡтисади үҫеш буйынсы тәжрибә уртаҡлашырға ынтылған эшлекле кешеләрҙе йыя. Программаға 54 сара индерелгән, унда 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы көтөлә”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров.