+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабря 2022, 05:16

Башҡортостанда яңы түләүҙәргә ғариза биреү дауам ителә

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу ғаилә яңы йыл түләүҙәренә ғариза биргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда яңы түләүҙәргә ғариза биреү дауам ителәБашҡортостанда яңы түләүҙәргә ғариза биреү дауам ителә
Башҡортостанда яңы түләүҙәргә ғариза биреү дауам ителә

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу ғаилә яңы йыл түләүҙәренә ғариза биргән. Күп функциялы үҙәктәр аша – 264, Дәүләт хеҙмәттәре порталына 187 документ тапшырылған, ҡалғандары социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә бирелгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған бөтә граждандарға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум түләү тураһындағы тейешле Указға ҡул ҡуйғайны. Мобилизацияланған ир-егеттәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен егерме мең һум түләүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Аҡса декабрь аҙаҡтарынаса күсерелеп бөтөргә тейеш.  Егерме мең һум аҡса мобилизацияланған ир-егеттәргә, уларҙың тормош иптәшенә, бәлиғ булмаған һәр балаһына һәм көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге студент улына йәки ҡыҙына бирелә.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас