+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 04:50

Юлдарҙы тейешенсә тотоу – көнүҙәк мәсьәлә

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә ҡала-райондарҙа урамдарҙы һәм  юлдарҙы ҡарау буйынса мәсьәлә тикшерелде, тип хәбәр ителә юғары башҡарма органдың сайтында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлдарҙы тейешенсә тотоу – көнүҙәк мәсьәләЮлдарҙы тейешенсә тотоу – көнүҙәк мәсьәлә
Юлдарҙы тейешенсә тотоу – көнүҙәк мәсьәлә

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә ҡала-райондарҙа урамдарҙы һәм  юлдарҙы ҡарау буйынса мәсьәлә тикшерелде, тип хәбәр ителә юғары башҡарма органдың сайтында.

Ағымдағы йылда республика бюджетынан муниципалитеттар өсөн 239 берәмек коммуналь техника һатып алыуға 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ республика Хөкүмәте ярҙамы менән “Башкиравтодор” компанияһы 150 миллион һумға 13 махсус машина алған.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Алан Марзаев белдереүенсә, бөгөнгө көндә юлдарҙы хеҙмәтләндергән ойошмалар ҡарамағында 2537 берәмек коммуналь техника иҫәпләнә.

Андрей Назаров республикабыҙҙың ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына “Башкиравтодор” менән берлектә һәм Транспорт навигация үҙәге ҡатнашлығында булған барлыҡ юл-коммуналь техникаһын “Глонасс” спутник мониторинг системаһына тоташтырыу, водителдәр штатын туплау һәм юлдарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартыу бурысын йөкмәтте.

Автор:
Читайте нас