+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 07:20

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханала ял итә ала

Ошо айҙа уҡ Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программаһы эшләй башлай. 18 декабрҙән ата-әсәләрҙең республика шифаханаларына юллама алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам сараларына арналған брифингта мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханала ял итә алаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханала ял итә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханала ял итә ала

Ошо айҙа уҡ Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программаһы эшләй башлай. 18 декабрҙән ата-әсәләрҙең республика шифаханаларына юллама алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам сараларына арналған брифингта мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

“Йыл әйләнәһенә, 14 көн һайын балаларҙы профилле сменаларға ял итергә ебәрәбеҙ. Әлеге ярҙам төрө менән файҙаланыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә, ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә килтерергә кәрәк”, - тине Инесса Косолапова.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас