0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 10:45

Иглиндә өй янған

Иглиндә өй янған: уяу күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглиндә өй янғанИглиндә өй янған
Иглиндә өй янған

Бөгөн иртән ашығыс хеҙмәттәргә Иглин районының Көҙөй ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ваҡиға урынына тиҙ арала Урман ауылының, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Хужабикә лә, уның ике балаһы ла иҫән. Күршеләре уларҙы ишек шаҡып уятҡан», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Өйҙән көл-күмер генә ҡалған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-07/v-bashkirii-zagorelsya-zhiloy-dom-bditelnye-sosedi-spasli-zhizn-materi-i-ee-detey-3061041

Автор:
Читайте нас