+6 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 07:52

Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтә

15 – 19 декабрҙә Өфөлә XVIII Халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтә. Сара  Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтәӨфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтә
Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтә

15 – 19 декабрҙә Өфөлә XVIII Халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үтә. Сара Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола. Был фестиваль – Рәсәй Спорт министрлығының Берҙәм календарына индерелгән ил спорты тарихындағы ҙур ваҡиғаларҙың береһе. Сәләмәт тормош алып барыу, балаларҙа спортҡа, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, Рәсәйҙә халыҡтар дуҫлығын нығытыу маҡсатын ғәмәлгә ашырған проектта Рәсәйҙең 50 төбәге һәм сит илдәрҙән 300-ләп көрәшсе ҡатнаша. Форум барышында алыштың 22 төрө буйынса ярыш уҙғарыла. Тренерҙар һәм спортсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар планлаштырылған.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас