+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 08:42

ДНР-ҙа хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы юл фажиғәһенә осраған: 16 кеше һәләк булған

Донецк Халыҡ Республикаһының Шахтерск районында 16 кеше юл фажиғәһендә һәләк булған, тағы өсәүһе йәрәхәтләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
ДНР-ҙа хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы юл фажиғәһенә осраған: 16 кеше һәләк булғанДНР-ҙа хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы юл фажиғәһенә осраған: 16 кеше һәләк булған
ДНР-ҙа хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы юл фажиғәһенә осраған: 16 кеше һәләк булған

Донецк Халыҡ Республикаһының Шахтерск районында 16 кеше юл фажиғәһендә һәләк булған, тағы өсәүһе йәрәхәтләнгән. Был хаҡта ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

«Шахтерск  — Торез автомобиль юлында хәрбиҙәрҙе алып китеп барған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән. 16 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше дауаханаға оҙатылған (улар реанимацияла ята)», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар араһында йөк машинаһы водителе лә бар. Фажиғә урынында оператив хеҙмәттәр эшләй.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-07/v-dnr-stolknulis-gruzovik-s-voennosluzhaschimi-i-mikroavtobus-pogibli-16-chelovek-3060895

Автор:
Читайте нас