

14 декабрҙә “Мега. Өфө” сауҙа үҙәге майҙанында Башҡорт теле көнөнә бағышланған концерт үтә.
Сара 18.00 сәғәттә башлана.
Бер нисә сәғәткә Сауҙа үҙәге ҙур башҡорт әлифбаһына әүреләсәк. Популяр артистар, музыканттар остаз ролендә ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға башҡорт хәрефтәрен һәм һүҙҙәрен өйрәнергә ярҙам итә.
Программала Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Сәҙә Ильясова, Әлиә Исҡужина, Артур Шәрипов, Дамир Таипов, “Тамыр” студияһы, Гөлшат Ғирфанова, Айтуған Айытҡолов, Ришат Рәхимов, “ФЭСТА” вокал төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша.
Өс сәғәтлек концерт барышында бүләктәр отошо, “Зәйнетдин” этно-төркөм, “Бишбармаҡ” оркестры менән фотосессия ҡаралған.