+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабря 2022, 12:19

Баймаҡ студенты Путиндан рәхмәт хаты алған

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында 4-се курста белем алған Максим Скачко Рәсәй президенты Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ студенты Путиндан рәхмәт хаты алғанБаймаҡ студенты Путиндан рәхмәт хаты алған
Баймаҡ студенты Путиндан рәхмәт хаты алған

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында 4-се курста белем алған Максим Скачко Рәсәй президенты Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. 19 йәшлек Максим йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн юғары наградаға лайыҡ булған. Максим ирекмәнлек менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Пандемия осоронда ололарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек ташыған.

«Росгосстрах» компанияһының Белореттағы филиалы белгесе Татьяна Пахомова ла хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм күп йылдар намыҫлы эше өсөн дәүләт башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Тейешле документ бөгөн Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-06/student-iz-baymaka-poluchil-blagodarnost-ot-putina-3059577

Фото:«Баймакский вестник» гәзитенән.

Автор:
Читайте нас