

"Рәсәй – мөмкинлектәр иле" Президент платформаһының флагман проекты булған "Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсының дүртенсе миҙгеле суперфиналсыһы Динар Ғабдрахманов Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында "Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" яңы белем биреү программаһын башлай.
Проект Башҡортостанда 2023 йылда старт ала. Уның бөтә илгә таралыу перспективаларыһы ҙур.
Программа яңы ғаилә ҡорорға йыйыныусы йәштәр, шулай уҡ икенсе һәм артабанғы бала табырға йыйынған парҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар балаларҙың тыуыуына нисек физиологик һәм психологик яҡтан әҙерләнеү һәм бәхетле ата-әсә булыу тураһында беләсәк. Был хаҡта проект авторы Динар Ғабдрахманов үҙе хәбәр итте. Ул Башҡортостандың Республика клиник перинаталь үҙәге акушер-гинекологы. Динар Ғабдрахманов 13 йыл акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә эшләй. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан акушерҙары рейтингында ("Докторҙар тураһында" сайты мәғлүмәттәре буйынса) беренсе урынды биләй. Республика клиник перинаталь үҙәге ҡарамағында төбәктә беренсе санитар авиация бүлексәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Пандемия ваҡытында коронавирус инфекцияһы асыҡланған йөклө һәм бала тапҡандан һуң тыуған пациенттарға, шул иҫәптән инфекцион бала табыу йорто шарттарында медицина ярҙамы күрһәткән.
Уның фекеренсә, бөгөн парҙарҙың күбеһе аңһыҙ, әҙерлекһеҙ ата-әсә булып китә. Мәҫәлән, Башҡортостанда ир менән ҡатындың ни бары 20 проценты ғына йөклөлөк алдынан әҙерлек үтә икән. Йөклөлөк һәм бала табыу аңлы булһа, бала һау-сәләмәт булып тыуа, ғаилә уға әҙер була.
"Аңлы ата-әсәлек мәктәбе"н ойоштороусы лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләй, ҙур тираж менән мәғлүмәт буклеттары сығара, республика халҡын ғаилә ағзаларының һаулығына иғтибарлы булырға саҡырған видеороликтар эшләй.
"Аңлы ата-әсәлек мәктәбе" проекты 2023 йыл аҙағына йөклөлөк башланғанға тиклем йөклөлөк осорона әҙерлек үткән йәш парҙарҙың һанын кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырға ярҙам итәсәк, был, үҙ сиратында, йөклө ҡатындарҙың һәм яңы тыуған сабыйҙарҙың сәләмәтлек күрһәткестәрен яҡшыртасаҡ”, - тигән фекерҙә табип.