+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабря 2022, 09:45

Янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 5 декабрҙә төндә Өфөнөң Дим районында, «Төҙөүсе» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгәнЯнғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 5 декабрҙә төндә Өфөнөң Дим районында, «Төҙөүсе» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. 

Урынға Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Янғын урынын тикшергән ваҡытта 7 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Урынға саҡырылған табиптар уның үлемен раҫлаған. Шулай уҡ өс кеше (ир менән ҡатын һәм 7 йәшлек ҡыҙ) төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған: уларҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү үҙәгенә алып киткәндәр», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғынды һүндереүгә 41 кеше һәм 13 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.

Автор:
Читайте нас