

Бөгөн, 5 декабрҙә, 2023 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу ун көнлөгө башланды. 15 декабргә тиклем “Башҡортостан ҡыҙы” журналына арзанға – 640 һум 98 тин хаҡына – яҙылырға мөмкин.
Ошо ябай булмаған ваҡытта ла бергә ҡалайыҡ, дөйөм ҡиммәттәребеҙҙе онотмайыҡ, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Сағыу һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләре, фәһемле яҙмалары, файҙалы кәңәштәре менән һәр кемгә яҡын журналды үҙегеҙ алдыртығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә, өләсәй-олатайҙарығыҙға бүләккә яҙҙыртығыҙ, дуҫ-иштәрегеҙгә баҫма тураһында һөйләгеҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып, һеҙ иҫтәлекле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.
Журналға:
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә;
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- редакцияла яҙылып була.
Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!