+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабря 2022, 10:15

Айнур Асҡаров сериал төшөрөргә уйлай

Танылған башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров Сибайҙа «Соҡор» тип аталған яңы веб-сериал төшөрөргә уйлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айнур Асҡаров сериал төшөрөргә уйлайАйнур Асҡаров сериал төшөрөргә уйлай
Айнур Асҡаров сериал төшөрөргә уйлай

Танылған башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров Сибайҙа «Соҡор» тип аталған яңы веб-сериал төшөрөргә уйлай.

Буласаҡ детектив триллерҙың сюжет буйынса, шахтерҙар ҡаласығында бер йыл инде Шахтер ҡушаматлы  маньяк халыҡты ҡурҡыуҙа тота. Колледж ятағынан ҡыҙҙың юғалыуы билдәле булғас, шик тау эшсеһе Камилға төшә.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында барған әңгәмәлә режиссер, 8 сериянан торған 10-шар минутлыҡ сериал төшөрөргә теләйбеҙ, тип белдерә. Проект киләһе йылдың яҙында-йәйендә планлаштырылған, уның тормошҡа ашыу-ашмауы финанслауға бәйле.

Әйткәндәй, 7 декабргә тиклем Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың фильмдарын күрһәтеү аҙналығы бара. Кинотеатрҙа «Буран», «Из Уфы с любовью», «Семья года», «Отряд Таганок» фильмдары, ҡыҫҡа метражлы фильмдар йыйынтығы күрһәтелә.

Автор:
Читайте нас