+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 03:40

Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған

30 ноябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы мөдире, администратор һәм уҡытыусы Эльдар Гәрәев ҡапыл вафат булған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булғанТанылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған
Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған

30 ноябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы мөдире, администратор һәм уҡытыусы Эльдар Гәрәев ҡапыл вафат булған. 

Уға 36 ғына йәш ине.

Эльдар — 1996 йылда 40 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан билдәле башҡорт йырсыһы, Опера һәм балет театрының элекке директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың улы.

Эльдар Радик улының коллегалары әйтеүенсә, уға инфаркт булған.

«Эльдар бик һәйбәт, изге күңелле кеше ине. Ошо ҡайғылы хәбәр барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Уның дүрт балаһы ҡалды», — тиҙәр мәрхүмдең коллегалары.

Эльдар Гәрәев менән бәхилләшеү сараһы, иртәгә, 2 декабрҙә, була. Уны Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.

Автор:
Читайте нас