+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 03:45

Сәнәғәт тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙәре наградланды

Кисә, республикала тәүге тапҡыр билдәләнгән Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәнәғәт тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙәре наградландыСәнәғәт тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙәре наградланды
Сәнәғәт тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙәре наградланды

Кисә, республикала тәүге тапҡыр билдәләнгән Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Иң лайыҡлы тип табылған сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән 47 хеҙмәткәр  араһында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Нефтекаманың «Искожа» хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар һәм машина эшләүселәр бар. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Бүребай тау байыҡтырыу комбинатының Октябрь ер аҫты руднигы шартлатыусыһы Йәғәфәров Илдус Тәүфиҡ улы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас