+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 04:10

Съезға әҙерлек бара

8 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға арналған съезд үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Съезға әҙерлек бараСъезға әҙерлек бара
Съезға әҙерлек бара

8 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға арналған съезд үтә.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, сара офлайн һәм онлайн форматта уҙасаҡ. Әле делегаттар һайлау тамамланған. Сарала Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан да вәкилдәр килә. Барлығы 200-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. 

Съезд сиктәрендә мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуынды патриотик тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшереү ҡарала. Көн тәртибендә шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу мәсьәләһе, яңы идара составы һәм совет структураһы һайлау, 2027 йылға тиклем Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең эш планы тикшереү сығарыла.

Автор:
Читайте нас