+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 10:20

Башҡортостанда ауыл ипотекаһы сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелгән

Был иһә Рәсәй төбәктәре араһында иң ҙур күләм.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ауыл ипотекаһы сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелгәнБашҡортостанда ауыл ипотекаһы сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелгән
Башҡортостанда ауыл ипотекаһы сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелгән

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостанды ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән кредиттар һаны буйынса беренсе урында тороуын билдәләнеләр. Йыл башынан банктар ошо программа буйынса дөйөм суммаһы яҡынса 2,1 миллиард һумлыҡ 790-дан ашыу льготалы кредит биргән.

2020 йылда программа эшләй башлағандан алып республикала йәшәүселәр программаның төп банк-операторынан ауыл ипотекаһы буйынса 9,2 миллиард һумлыҡ кредит алған.

«Ауыл ипотекаһы» программаһы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла. Уның ярҙамында ауыл ерендә йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн йылына 3% тиклем льготалы ставка менән кредит юлларға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-02/v-bashkirii-vydali-bolee-2-mlrd-rub-v-ramkah-selskoy-ipoteki-3054973

 
Автор:
Читайте нас