+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 03:30

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Бөгөндән, 2022 йылдың 1 декабренән, илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар индексациялана.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ артаТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Бөгөндән, 2022 йылдың 1 декабренән, илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар индексациялана.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 14 ноябрендәге 2053-сө ҡарарына ярашлы, республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр уртаса 9% арта.

Электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә - 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тарифтарҙы индексациялау ваҡытын 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсереү тураһында ҡарары илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктураһы үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла.

Бынан һуң тарифтар 2024 йылдың 1 июленә тиклем индексацияланмай.

Автор:
Читайте нас