+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 08:22

“Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл абруйлыраҡ

Республикабыҙҙа уҙғарылыусы популяр “Айыҡ ауыл” конкурсындағы иң ҙур ҙур приз – 6 миллион һум күләмендәге бүләк – “Эре ауылдар” номинацияһында еңеүсегә биреләсәк. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәр, ауылдар ҙурлығына ҡарап, 5, 4 һәм 3-әр миллион һум аласаҡ. Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә.

“Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл абруйлыраҡ“Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл абруйлыраҡ
“Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл абруйлыраҡ

Республикабыҙҙа уҙғарылыусы популяр “Айыҡ ауыл” конкурсындағы иң ҙур ҙур приз – 6 миллион һум күләмендәге бүләк – “Эре ауылдар” номинацияһында еңеүсегә биреләсәк. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәр, ауылдар ҙурлығына ҡарап, 5, 4 һәм 3-әр миллион һум аласаҡ. Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 30 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова етәкселегендә “Айыҡ ауыл” республика конкурсын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы булып уҙҙы.

 “Айыҡ ауыл” проекты йылдан-йыл киңерәк ҡолас алыуын билдәләп үтәбеҙ. Көслө тулҡынды хәтерләткән был бәйге ысын-ысындан халыҡ хәрәкәтенә әйләнде. Былтырғы кеүек үк, унда еңеүселәр “Эре ауылдар”, “Ҙур ауылдар”, “Уртаса ҙурлыҡтағы ауылдар”, “Бәләкәй ауылдар” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.

Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас