

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин телеграм-каналда Сибай ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә үткән ҡатмарлы операция тураһында хәбәр итә.
Сибай үҙәк дауахананың хирургия бүлегенә “Fiber Lase U2” бөйөр, бәүел ҡыуығы һәм бәүел юлына контактлы литотрипсия уҙғырыу өсөн инновацион лазер аппараты урынлаштырылған. Заманса медицина ҡорамалы финанс ҡуртымы (лизинг) шарттарында, йәғни учреждение эшмәкәрлегенә килем килтереү иҫәбенә һатып алынған. Яңы аппаратта тәүге операцияны эсе, биле ауыртыуға зарланған иргә яһағандар. Тикшеренеү барышында уның бәүел ҡыуығында ҙур таш булыуы асыҡланған. 28 ноябрҙә уға уролог С.А.Иноятов һәм хирургия бүлеге мөдире Л.А.Ҡыҙрасов лазерлы цистолитотрипсия операцияһын уңышлы үткәргән. Ике көндән пациент өйөнә ҡайтып та киткән.