-2 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ноябрь 2022, 09:52

Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам

Әлшәй районында «Урал батыр» төбәк фольклор-спорт байрамы уҙҙы. Һоҡланғыс был сара тураһында «Әлшәй хәбәрҙәре» гәзите яҙып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрамӘлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам

Әлшәй районында «Урал батыр» төбәк фольклор-спорт байрамы уҙҙы. Һоҡланғыс был байрам тураһында «Әлшәй хәбәрҙәре» гәзите яҙып сыҡты.

Сара бөйөк башҡорт батырҙары, Урал батыр көрәшкән тыныслыҡ, намыҫ һәм изгелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр өсөн аят уҡыуҙан башланды. Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов сәләмләне. Билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева республикала был байрамдың 2012 йылдан алып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән ойошторолоуын билдәләп үтте. Ә әлегеһе республика Башлығы грантын бойомға ашырыу сиктәрендә үтеүе менән үҙенсәлекле.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина йыйылыусыларға ихлас теләктәрен еткерҙе. Мәңге һүнмәҫ Урал батыр рухын данлаған байрам мәҙәниәт һарайы майҙанынан мәҙәниәт һәм ял паркына күсте. Байрамда ҡатнашыусылар саф һауала арҡан тартыу, уҡ атыу, суҡмар ырғытыу, таяҡ тартышыу буйынса ярыштарҙа көс һынашты, ә спорт залында көрәшселәр таһыллығын күрһәтте.

Артабан инде сәсәндәр майҙан тотто. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә мәктәп уҡыусылары сыҡты, уларҙан һуң – уҡытыусылар, ә иң аҙаҡтан ағинәйҙәр сығыш яһаны.

Сарала Тыуған илгә, ергә Ҡот ҡайтарыу йолаһы башҡарылды. Теләгән теләктәр тормошҡа ашһын, именлек, бәрәкәт килтерһен, иншалла!

– «Урал батыр» эпосының биш мең йыллыҡ тарихы бар. Һәм уны һөйләгән һәр кешенең аңы таҙарыр, рухи көсө артыр, уны тыңлаған һәр кешенең йөҙө яҡтырыр! – тине проект авторы Розалия Солтангәрәева.

Был көндө Сурай ауылынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Миниһан Миңлебай ҡыҙы Муллағәлиева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Рухи ҡиммәттәр һағында тороусы райондың төп ағинәйе Рәйсә Мөфтиева, «Замана» фольклор коллективы етәксеһе Айгөл Нуриәхмәтова, педагогтар Рәмзиә Зарипова (Раевка гимназияһы) һәм Минзилә Муллағолова (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы) почет грамоталары менән бүләкләнде.

Фотолар: “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенән.

 

Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Әлшәй Мәргән ерендә – данлы байрам
Автор:
Читайте нас