

Өфөлә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар уҙғарыла, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. 1 декабрҙә өфөләр “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә ВИЧ-инфекцияға бушлай экспресс-тест бирә ала. Анализ һөҙөмтәһе биш минутта әҙер буласаҡ.
Бынан тыш, ошонда уҡ көндөҙгө сәғәт берҙән киске сәғәт етегә тиклем СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге һәм “Позитив мөхит” коммерция булмаған ойошмаһы белгестәре асыҡ лекциялар үткәрәсәк.
5 декабргә тиклем республикала йәшәүселәр ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороу хәүефтәре һәм эҙемтәләре, шәхси һәм йәмәғәт профилактикаһы саралары тураһында консультациялар алырға, антиретровирус терапияһы, ВИЧ-ҡа ҡайҙа һәм ҡасан тикшерелергә мөмкинлеге хаҡында һорауҙар бирергә мөмкин. Шылтыратыуҙар Роспотребнадзорҙың 8-800-700-90-30 телефоны һәм Республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең (347) 287-85-08 телефоны буйынса ҡабул ителә.
1 декабрь бөтә донъяла СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. ВИЧ-инфекция – кеше иммунодефициты вирусы тарафынан тыуҙырылған сир, ул иммун системаһы күҙәнәктәрен ҡаҡшата, ҡыйрата. Сир билдәләре оҙаҡ йылдар беленмәҫкә мөмкин. СПИД – ВИЧ-инфекцияның һуң стадияһы. Хәл уға барып етмәҫ өсөн, дауаланыу, табип кәңәштәрен теүәл үтәү мөһим, ти белгестәр.
Фото "Башинформ"дан алынды.