+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2022, 03:35

Сауҙа селтәрҙәренә үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ сыға

“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары үҙ продукцияһын федераль һәм республика кимәлендәге сауҙа селтәрҙәренә сығарыуҙы арттырырға ниәтләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сауҙа селтәрҙәренә үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ сығаСауҙа селтәрҙәренә үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ сыға
Сауҙа селтәрҙәренә үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ сыға

“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары үҙ продукцияһын федераль һәм республика кимәлендәге сауҙа селтәрҙәренә сығарыуҙы арттырырға ниәтләй.

Ризыҡ поставкалары тураһында килешеүгә 24 ноябрҙә үткән проекта ҡатнашыусыларҙың конференцияһы барышында өлгәшелде.  Сарала республикалағы 150-нән ашыу предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Дипломанттар етештергән продукцияны, атап әйткәндә, “Магнит”, “Лукошко”, “Everyday”, “Пятерочка” сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә табып буласаҡ. Сауҙа селтәрҙәренә инеү процедураһы тамамланғас, проектта ҡатнашыусылар икмәк һәм кондитер ризыҡтарын, һөт аҙыҡ-түлектәрен, ит ярымфабрикаттарын, колбаса, йәшелсә ташый аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Пятерочка», «Лента», «Магнит», «Метро», «Жизньмарт», «Полушка», «Ярмарка», «Байрам», «Лукошко», «АиФ», «Дворик», Everyday, «Доверие» (Ҡалтасы районы), «Икмәк» фирма магазиндар селтәре (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Дөрөҫ ашатабыҙ» интернет-магазины, «Стерх» фирма магазиндар селтәре, «Әфлисүн», «Рәсәй почтаһы», «Иглин» магазиндар селтәре (Иглин районы) етәкселәре һәм менеджерҙары ритейлер булараҡ сығыш яһаны.

- Сауҙа һәм һатып алыу конференцияһы – үҙ-ара ҡулайлы мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн майҙансыҡ. Ритейл вәкилдәре хеҙмәттәшлек итергә әҙер, сөнки республика етештереүселәре продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана, халыҡтың сифатлы, хәүефһеҙ, һатып алырлык продукцияға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

 

Автор:
Читайте нас