+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2022, 09:29

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры отставкаға китте

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте. Радий Хәбиров был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры отставкаға киттеРеспубликаның транспорт һәм юл хужалығы министры отставкаға китте
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры отставкаға китте

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте. Радий Хәбиров был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

«Уҙған аҙнала ул миңә ғариза менән килде, мин уның үтенесен ҡәнәғәтләндерҙем. Үҙемдең хакимиәтемдән министр вазифаһына кандидатура тәҡдим итеүҙәрен һорайым. Беҙҙең проекттар бик күп, бында оҙаҡҡа һуҙырға ярамай», - тине Радий Хәбиров.

Белешмә

Булушев Александр Владимирович 1967 йылдың 16 сентябрендә Новосибирск өлкәһенең Кыштовка ауылында тыуған. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Өфө авиация институтының машиналар эшләү производствоһын автоматлаштырыу һәм механизациялау кафедраһында лаборант булып башлаған. Төрлө йылдарҙа Өфөнөң 18-се урта мәктәбендә техник хеҙмәткәр, «Бриг» предприятиеһында директор, «Фирма «ЛАНС», «Альтис» йәмғиәте директоры урынбаҫары, «Глобус» сәнәғәт компанияһының бүлек начальнигы, «Винком» йәмғиәтенең коммерция директоры, «Винкоминвест» һәм «Промгеосырье» йәмғиәттәре директоры, шәхси эшҡыуар булған. 2011-2021 йылдарҙа – «БитумОйл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-11-29/ministr-transporta-i-dorozhnogo-hozyaystva-bashkirii-aleksandr-bulushev-otpravlen-v-otstavku-3050116

 

 

Автор:
Читайте нас