+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2022, 09:45

Ковид һаман китмәй

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы айҙа Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле бер аҙға, яҡынса бер процентҡа артҡан. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковид һаман китмәйКовид һаман китмәй
Ковид һаман китмәй

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы айҙа Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле бер аҙға, яҡынса бер процентҡа артҡан. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Министр әйтеүенсә, республикала 21 ноябргә ҡарата коронавирус таралыу коэффициенты 1,0 процент тәшкил итә, ил буйынса иһә – 1,1 процент.

Башҡортостандың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә коронавирустан дауалау өсөн 390 койка бүленгән, шуларҙың 20 проценты буш.

Әлеге ваҡытта ковидҡа ҡаршы прививканың ике компонентын да 3 272 641 кеше яһатҡан. Вакцинаны ҡабаттан эшләтеүселәр – 956 850.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас