+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2022, 08:29

690-шар мең һумлыҡ грант аласаҡ уҡытыусыларҙың исемдәре билдәләнде

Башҡортостанда 690-шар мең һумлыҡ грантҡа эйә буласаҡ урта һөнәри белем биреү йорттары уҡытыусыларының исемлеге раҫланды. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
690-шар мең һумлыҡ грант аласаҡ уҡытыусыларҙың исемдәре билдәләнде690-шар мең һумлыҡ грант аласаҡ уҡытыусыларҙың исемдәре билдәләнде
690-шар мең һумлыҡ грант аласаҡ уҡытыусыларҙың исемдәре билдәләнде

Башҡортостанда 690-шар мең һумлыҡ грантҡа эйә буласаҡ урта һөнәри белем биреү йорттары уҡытыусыларының исемлеге раҫланды. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Эшендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән уҡытыусыларҙың 690 мең һумлыҡ грант алыу мөмкинлегенә эйә булыуын билдәләп үтәбеҙ. Шарттар буйынса, улар төп эш урынында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Ошо уҡ ойошмала яңы вазифаға йәки өс йылдан һуң икенсе урта махсус уҡыу йортонда шундай уҡ вакансияға күсергә рөхсәт ителә. Дүрт йыл дауамында мастерҙар һәм уҡытыусылар республиканың Мәғариф министрлығына эш урыны тураһында белешмә тапшырырға тейеш. Алдан билдәләнгән ваҡыттан иртәрәк эштән киткән осраҡта аҡсаны республика ҡаҙнаһына кире ҡайтарырға кәрәк. Грант быйыл майҙа Радий Хәбировтың указы буйынса булдырылды.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас