+9 °С
Облачно


Башҡортостанда бала ҡараусы хеҙмәте эшләй. Яңғыҙ әсәләр аҙнаһына ике тапҡыр өсәр сәғәт ошондай мөмкинлек менән файҙалана ала. Был социаль хеҙмәт өйҙә балаларын ҡалдырып торорға кеше булмағанда мохтаждарға күрһәтелә. Өс йәшкә тиклем сабыйҙары һәм өлкәнерәк йәштәге инвалид балалары булғандар был ярҙамға мөрәжәғәт итә ала, тип белдерәләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Бала ҡарау буйынса социаль хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн Ғаилә үҙәгенең Берҙәм телефоны: 8-800-347-50-00.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.