+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Ноября 2022, 08:59

Башҡортостандың Бәләбәй районында – яңы прокурор

Рәсәйҙең Генераль прокуроры Игорь Красновтың бойороғо менән юстиция советнигы Руслан Мырҙабаев Бәләбәй район-ара прокуроры итеп тәғәйенләнде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Бәләбәй районында – яңы прокурорБашҡортостандың Бәләбәй районында – яңы прокурор
Башҡортостандың Бәләбәй районында – яңы прокурор

Рәсәйҙең Генераль прокуроры Игорь Красновтың бойороғо менән юстиция советнигы Руслан Мырҙабаев Бәләбәй район-ара прокуроры итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Руслан Рафаил улы 1985 йылда тыуған. 2008 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын (филиалы) тамамлаған. 2008 йылдың авгусында Башҡортостан прокуратураһы органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә. Баймаҡ районы прокуроры ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, Бүздәк районы прокуроры урынбаҫары, Көйөргәҙе районы прокуроры вазифаларын биләне. Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн бер нисә тапҡыр Рәсәй һәм республика кимәлендә бүләкләнгән.

Фото: Башҡортостан прокуратураһының рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас